Свидетельство о публикации СВ/0001
Автор статьи: Нуриманова Гульчира Мухаметрахимовна учитель МАОУ «СОШ №33″р. Башкортостан г. Стерлитамак
Литературно — музыкальная композиция «Әсәм теле – сәсән теле» (на башкирском языке)
Әсәм теле – сәсән теле
(Әҙәби – музыкаль кисә)
Маҡсат. Балаларҙа туған тел, халыҡ йырҙары аша тыуған еребеҙгә, телебеҙгә, уныӊ гүзәл тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ғорурланыу тойғоһо уятыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
Йыһазландырыу: Башҡортостандыӊ тәбиғәтен күрһәтеүсе картиналар, слайдтар, компьютер, тел тураһында плакаттар
Алып барыусы. Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар!» Әсәм теле — сәсән теле» темаһына арналған әҙәби – музыкаль кисәгә рәхим итегеҙ!
Уҡытыусы. Һәр халыҡтыӊ үҫкән ере, иле булған кеүек ғәзиз хазинаһы — әсә теле бар. Был хаҡта халыҡ «Иле юҡтыӊ- көнө юҡ, теле юҡтыӊ – йүне юҡ»- тип әйтә.
Бөйөк педагог К. Ушинский иһә «Халыҡтыӊ теле уныӊ бөтә рухи тормошонда, тарихҡа тиклем булған замандарҙан башлап, бер ваҡытта ла һулымай торған һүнмәҫ сәскәһе», — тип билдәләгән.
Алып барыусы. 21 февралдә бөтә донъяла туған телдәр көнө байрам ителә. 1999 йылда ЮНЕСКО тәҡдиме менән иғлан ителә. Был халыҡ- ара туған тел көнө.
Башҡортостан күп милләтле республика. Бөгөн республикала йәшәүсе бөтә халыҡтарҙыӊ телдәрен үҫтереү өсөн шарттар һәм матди- техник база булдырыу йәһәтенән илебеҙ Рәсәй өсөн өлгө булып тора.
Беспубликала 15 тел өйрәнелә, уҡытыу 6 телдә алып барыла. Былар һәйбәт, әлбиттә.
Бында шуны белергә кәрәк: башҡортҡа үҙ телен белеү – намыҫ эше, ә башҡа халыҡтарға башҡорт телен белеү — төп халыҡҡа ихтирам билдәһе.
1-се уҡыусы. Кешелек асылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иӊ даһи асыш, бер мөғжизә ул тел. Тел халыҡтыӊ үҙе менән яралып, үҙе менән бергә үҫә. Донъяла 6000 самаһы тел бар тип иҫәпләйҙәр. Тимәк, кешеләр 6 меӊ төрлө телдә һөйләшә һәм аралаша. Рус телендә 200 миллион кеше һөйләшә, 257 млн. кеше инглиз телен белә, ҡытай телендә 754 млн кеше һөйләшә. Бер нисә тиҫтә кеше генә һөйләшкән телдәр ҙә бар.
2-се уҡыусы. Туған тел… Әсә телендә иӊ беренсе бишек йыры ишетәбеҙ, тәүге һүҙҙе әйтәбеҙ, әсә телендә уйлайбыҙ.
Кеше тәү мәртәбә ошо телдә «әсәй» һәм «атай» һүҙҙәрен әйтә, Әсә тел ярҙамында донъя менән таныша. Туған тел арҡылы ул үҙ халҡыныӊ күӊел хазинаһын, матур йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл — әйтемдәрен белеү бәхетенә ирешә.
.
3-сө уҡыусы. Тел нимә һуӊ ул? Тел — кешеләрҙеӊ аралашыуы өсөн иӊ әһәмиәтле сара ул. Кеше уй- фекерен башҡаларға өндәрҙән торған, йә хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәр ярҙамында еткерә.
4-се уҡыусы. Телдеӊ 3 вазифаһы бар:
- Аралашыу,фекер алышыу ҡоралы.
- Фекерләү сараһы.
- Хис – тойғоларҙы сағылдырыу сараһы.
Әсәм теле миӊә- сәсән теле,
Унан башҡа минеӊ халҡым юҡ.
Йөрәгендә халҡы бупмағандыӊ
Кеше булырға ла хаҡы юҡ.
(Р. Ӻарипов)
Алып барыусы. Шағир телдеӊ ҡәҙерен белергә саҡыра, үҙенеӊ теленеӊ башҡа телдәр кеүек үк бай, яғымлы булыуы хаҡында яҙа. Телде һөйөүҙе илде һөйөү менән берҙәй күрә, әсә телен сәсән теле тип атай шағир.
5-се уҡыусы. Үҙебеҙҙеӊ башҡорт теле тураһында һөйләшәйек.
Башҡорт теле – туған тел.
Беҙгә ғәзиз булған тел
Атай — әсәй. ата- олатай
Беҙҙе һөйә торған тел
Туған тел тигәндә бишек йыры, әсәләрҙеӊ аҡ теләктәре. ата- бабаларыбҙҙыӊ изге васыяттары ишетелгәндәй тойола.
Тел — милләттеӊ үҙенсәлеген сағылдыра.
6-сы уҡыусы.
Баязит Бикбайҙыӊ « Туған тел» шиғырын ятҡа һөйләй.
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән.
Тел- тере шишмә — үлмәгән,
Бөгөнгә еткән.
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем.
Торам бөгөн дә.
Аӊлай мине ғәзиз халҡым
Туған телемдә.
7-се уҡыусы. Ә хәҙер З. Биишеваныӊ «Башҡорт теле» шиғырын магнитофондан тыӊлайбыҙ.
Балалар башҡарыуында йырлап бейеү « Айҙар ғынайым».
8-се уҡыусы Телдеӊ байлығы, унда халыҡ тормошо. халыҡ күӊеле сағылыуы. телдеӊ яғымлылығы. тураһында Рәми Ϝариповтыӊ « Туған тел» шиғырында бик матур әйтелә.
Шиғыр ятлау.
Ерҙә халыҡ йәшәй икән,
Теле лә йәшәй.
Телен асҡанда һәр бала
Әйтәсәк; «Әсәй!»
9-сы уҡыусы. Рәми Ғариповтыӊ «Тел» шиғырын ятлай.
Тыӊлап таӊға ҡалған тел,
Йәнгә рәхәт һалған тел.
Яулап – ҡурсып ҡалған тел.
Ҡан — йәш түгеп алған тел.
Күреп ирек емеше,
Киреп бәхет өлөшө,
Һаҡлар мине һәр кеше,
Яҡлар мине һәр кеше.
Башҡорт телен, уныӊ хазиналарын. моӊон туғандаш халыҡтар ҙа ихтирам итәләр.
Рус телендә тел тураһында шиғыр ятлау
Ϝ. Туҡайҙыӊ « Туған тел» йырын тыӊлау.
Ҡыҙҙар башҡарыуында « Башҡорт ҡыҙҙары» бейеүе
10-сы уҡыусы. Әсхәл- Әхмәт Хужаныӊ «Башҡорт теле» шиғырын ятлай.
Нисәмә йөҙ быуын зат- ырыуым
Тас башҡортса ғына һөйләгән…
Минеӊ дә шул һәр бер молекулам,
Туған телем һиӊә көйләнгән.
Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем,
Йәнемдәге һәммә өлөшсә.
Һинеӊ тулҡыныӊда тирбәлә лә —
Һинсә йырлап, һинсә көлөшә.
Алып барыусы. Ә хәҙер бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа килгән «Ашҡаҙар» гәзитендә эшләгән шағирә Римма Ϝәлим ҡыҙына һүҙ бирәбеҙ.
«Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын бергәләп йырлау. (Р. Шәкүр һүҙҙәре, М.Сәлимов музыкаһы)
«Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүен башҡарыу.
11-сеуҡыусы. Р. Бикбаевтыӊ «Халҡыма хат» шиғырынан өҙөк ятлай.
12-се уҡыусы Рәми Ϝариповтыӊ «Аманат» ҡобаырынан өҙөк ятлай.
Күмәкләп «Илем, ерем, телем» йырын йырлау.
Хор менән.
Данлы ерҙеӊ, ғәзиз ерҙеӊ
Улы булып тыуғанмын мин.
Рәхмәт һиӊә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем
Рәхмәт һиӊә!
Тел тураһында мәҡәлдәр әйтеү, плакаттан яӊы мәҡәлдәр уҡыу.
Әсә теле бер булыр.
Һөйҙөргән дә — тел, көйҙөргән дә- тел.
Тел – фекерҙе әйтеп биреү ҡоралы.
«Тыуған яғым — гөлдәр иле» йырын йырлау.
Уҡытыусыныӊ йомғаҡлауы. Уҡыусылар! Үҙ телегеҙҙе яратығыҙ, тырышып уҡығыҙ, өйөгөҙҙә башҡортса һөйләшегеҙ.
Туған телем-
Иркә гөлөм,
Киӊдер һиӊә күӊел түрем, — тибеҙ.